«

»

Июн 05 2017

Объявление

ypKWnaKLmp4Хѳрмәтле ауылдаштар!
18-се июнь 11.00 «Һаҡмар» стадионында Темәс ауылы һабантуйы сиктәрендә «Бауырһаҡ байрамы» үтәсәк! Сара республика кимәлендә ойошторола, баш ҡалабыҙ Ѳфѳнән ҙур ҡунаҡтар һәм милли мәҙәни үҙәктәрҙән вәкилдәр киләсәк.
Программаһы:
1.Байрам йәрминкәһе.
2. Милли уйындар, ярыштар, аттракциондар.
3. Урал аръяғы райондарынан килгән фольклор коллективтар конкурсы.
4. Темәс ауылы таланттарының байрам концерты.
5. Милли- мәҙәни үҙәктәрҙән килгән ҡунаҡтарҙың концерты.
6. «Иң шәп бауырһаҡ!» күргәҙмәһе.
Иң оҫта бауырһаҡ бешереүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы был күргәҙмәлә ҡатнашырға саҡырабыҙ, һәр ҡатнашыусы диплом һәм иҫтәлекле бүләк менән бүләкләнәсәк! 8-се июнгә тиклем 8-905-003-17-16 телефонына шылтыратып ҡатнашырға теләүегеҙҙе белдереп яҙылырға кәрәк.
Барығыҙҙы ла «Бауырһаҡ байрамы»на саҡырабыҙ, ауылдаштар!
«Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге